Понедельник, 20.05.2024, 06:29
Приветствую Вас, Гость
Главная » Архив материалов

В целях выявления, поддержки и поощрения творчески работающих педагогов, повышения престижа воспитательского труда, распространения педагогического опыта лучших воспитателей дошкольного учреждения в МАДОУ д/с "Шатлык" с. ТАшбулатово пройдет конкурс по Ташбулатовскому  КМО "Педагого ДОУ - 2016" 22 марта в 10:00 ч.

Просмотров: 280 | Добавил: aygul1991 | Дата: 20.03.2016 | Комментарии (0)

23 февраль -Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы коллективы Ташбулат ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сағыу концерт номерҙары менән  сығыш яһаны. Коллектив башҡарыуында Афған һуғышында ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған "Афған" йыры, байрам бүләге булып яңғыраған "Ир-егеттең йәшен һанамайҙар" йырҙары тамашасы күңеленә хуш килде. 2016 йыл - Рәсәй киноһы йылы уңайынан "Девчата" киноһынан өҙөк сәхнәләштерелде. Дәртле "Хорошие девчата" бейеүе дәррәү алҡыштарға күмелде.

Просмотров: 664 | Добавил: aygul1991 | Дата: 26.02.2016 | Комментарии (0)

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында "Үҫербеҙ көрәшсе булып, үҫербеҙ батыр булып" исемле байрам иртәлектәре үтте. Атайҙар, олатайҙар менән берлектә балаларҙың йыр-моң менән үрелеп барған сағыу сығыштарын ҡарап кинәнделәр, уйындарҙа дәррәү ҡатнашып, күңел астылар. 

Ватанды һаҡлау - ил алдындағы изге бурыс. Беҙҙең ир-егеттәребеҙ шулай армияла имен-һау хеҙмәт итеп тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтһындар, ә буласаҡ һалдаттарға атайҙары кеүек батыр, сос, етеҙ, бер ерҙә лә һынатмаҫ ысын ир-егеттәр булып үҫергә насип булһын!

Просмотров: 458 | Добавил: aygul1991 | Дата: 19.02.2016 | Комментарии (0)

16 февраля в детском саду "Шатлык" с. ташбулатово состоится Шору мыльных пузырей по ПДД. Желающих приглашаем на веселое развлечение!
Просмотров: 251 | Добавил: aygul1991 | Дата: 15.02.2016 | Комментарии (0)

Хөрмәтле ата-әсәләр! 12 февраль көнө 16:30 сәғәттә "Ҡолонсаҡ" төркөмөндә буласаҡ йыйылышҡа рәхим итегеҙ!
Просмотров: 851 | Добавил: aygul1991 | Дата: 12.02.2016 | Комментарии (0)

Район мәғариф бүлеге тарафынан ойошторолған "Ғәзиз тыуған ерем" исемле конкурс сиктәрендә методик идеялар күргәҙмәһендә ҡатнашып, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы коллективы тәрбиәселәре - Рәхмәтуллина Лилиә Әхмәт ҡыҙы "Иң яҡшы экспозиция", Баязитова Айгөл Алмаз ҡыҙы һәм Муз. етәксе Баязитова Хәлиҙә Муса ҡыҙы "Профессионализм сиктәре"номинацияһында еңеүгә өлгәшеп, Район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр.
Просмотров: 274 | Добавил: aygul1991 | Дата: 12.02.2016 | Комментарии (0)

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе - Әсәләр көнө тип билдәләнгән. Ошо уңайҙан барлыҡ әсәйҙәрҙе күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ!
Балаларҙың ғәзиз кешеләренә бағышлап әҙерләгән байрам концертына саҡырабыҙ:

25 ноябрь - "Ҡолонсаҡ" өлкәндәр төркөмөнә,
26 ноябрь - II кескәйҙәр төркөмөнә,
27 ноябрь - "Ҡыңғырау" төркөмөнә рәхим итегеҙ!
Просмотров: 327 | Добавил: aygul1991 | Дата: 19.11.2015 | Комментарии (0)

Ошо исем аҫтында Ташбулат КМО-һы буйынса Байым балалар баҡсаһында ярыш үтте. Унда һәр коллектив үҙенең бай фантазияһын эшкә егеп, Башҡортостан, үҙебеҙҙең район тормошо, көнкүреше, тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре, тыуған яҡ тарихы буйынса береһенән-береһе сағыу, бай материал туплап килтергәйне. Байым балалар баҡсаһы тәрбиәселәре берҙәм көс менән бик яҡшы әҙерләнгәндәр, быйыл аттестация үтәсәк тәрбиәселәр бай йөкмәткеле дәрес күрһәтеп, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәр коллектив алып килгән күргәҙмәһе менән таныштырып сыҡҡас, жюри ағзаларына еңеүсене билдәләүе еңел булманы, сөнки бөтәһе лә етди әҙерлек менән килгәйне. Һөҙөмтәлә, Гран-при байымдарға эләкһә, Ташбулат, Геологоразведка, Яҡтыкүл балалар баҡсалары тҡрлҡ номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.
Просмотров: 500 | Добавил: aygul1991 | Дата: 19.11.2015 | Комментарии (0)

Сайт запущен 28 декабря 2012 года

28 декабря 2012 года официально запущен сайт нашего дошкольного учреждения, на котором будут размещаться последние новости, происходящие в стенах детского сада, публиковаться фото с различных мероприятий, также родители могут задать вопрос в разделе «задать вопрос».

 .

Просмотров: 270 | Добавил: askhal83 | Дата: 28.12.2012 | Комментарии (0)

« 1 2