Понедельник, 20.05.2024, 03:01
Приветствую Вас, Гость
Главная » Статьи » Мои статьи

ҡоштар - ҡанатлы дуҫтар!

Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

(Уртансы төркөмдә Көҙ байрамына арналған күңел асыу сараһы)

Маҡсат: Балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәр миҙгелдең кәрәклеген, файҙаһын, үҙенсәлектәрен аңлатыу, ҡоштар тураһында мәғлүмәт еткереү, беҙҙә ҡышлаусы һәм йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙы айырырға өйрәтеү, уларҙың яҡлауға һәм һаҡлауға мохтажлығын аңлатып биреү.

Материал: Урман фонын һынландырыу, айырым ҡоштар макеты,ағастар, төрлө төҫтәге япраҡтар.

Атрибуттар: бейеүҙәр өсөн ҡағыҙ ҡоштар, япраҡтар, эшләпәләр, ҡауырыйҙар, ике кәрзин, тағараҡ.

Сара барышы:

Балалар “Көҙгө йыр” аҫтында дәртле баҫып инәләр, тейешле хәрәкәттәр эшләп, ярымтүңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы:

Күңелдәргә яҡты нур өләшеп,
Шатлыҡ өҫтәп һәр бер йөрәккә,
Үҙ муллығы менән көҙҙәр килә
Йомғак яһап йәйге хеҙмәткә.

  • Балалар, бөгөн беҙҙә Көҙ байрамы. Һәр миҙгелдеӊ үҙ матурлығы булған кеүек, көҙҙөӊ дә үҙ матурлығы бар. Көҙ - ул байлыҡ. Баҡсаларҙа – йәшелсә-емештәр йыйып алынды , баҫыуҙарҙа иген уңды.

Октябрь айы – ағастар йәшел күлдәген сисеп, һары-алтын төҫкә мансылған һоҡланғыс мәл. Бына беҙҙең бүлмәбеҙ ҙә ысын урман кеүек матур биҙәлгән. Иғтибар итеп ҡарағыҙ әле, нимәләр күрәһегеҙ? (Балалар яуап бирә)

Әйҙәгеҙ, Көҙһылыуҙы маҡтап, йырлап алайыҡ әле.

ЙЫР “Һары япраҡтар”

  • Ә хәҙер беҙ ошо япраҡтарҙы ҡулға алып, улар менән бейеп алабыҙ.
  • Бәләкәс ҡыҙҙар бейеүе “Листики дубовые”
  • Ишетәһегеҙме, ара-тирә ҡоштар тауышы ла ишетелә. (Фонограмма- ҡош һайрай, балалар ултырып тора, “торна” осоп килеп инә)

Торна: Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Тышта һыуыҡ, көҙ етте бит. Әҙерәк йылынырға тип һеҙҙең янға килдем.

Тәрбиәсе: Әйҙә үт, ҡошҡай – беҙҙең ҡанатлы дуҫҡай. Балалар, был ҡоштоң беҙгә ҡунаҡҡа килеүе осраҡлы түгел, сөнки бөгөнгө байрамыбыҙ ҡоштарға арнала. Әйҙәгеҙ, ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡотлап, бейеп алайыҡ.

БЕЙЕҮ “Птицы мои птицы...”

Ысынлап та, балалар , ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Ҡоштар емеш-еләккә, йәшелсәгә, игенгә, ағасҡа зарар килтерә торған ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе ашайҙар. Ер йөҙөндә бик күп ҡоштар йәшәй: бәләкәйе – ҙуры, оҙон суҡышлы – бәләкәй суҡышлы, төрлө төҫлө , төрлө тауышлы.

Балалар, һеҙ ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? Бына хәҙер йомаҡтар ҡоям, яуабын белерһегеҙ микән?!

Йомаҡтар:

  • Гөлдөр – гөлдөр гөлдөрсәк

Күк күлдәк, ҡыҙыл ситек. (күгәрсен)

 

  • Ағас башы туҡылдыҡ.
    Туҡый –туҡый,туҡ булдыҡ. (Тумыртҡа).
  • Тау-ҡаяны төйәк итә,
    Бер ниҙән тормай өркөп.
    Кемдең уны күргәне бар,
    Ҡош батшаһы ул— ...(бөркөт.)

Аяҡтары уның оҙон,
Әйт,ниндәй ҡош,уйлап торма.
Яҙын ҡайтҡас,ниңә көҙөнкитә,
"Тор-райыҡ"тиһәлә...(торна).

  • Хужанан да, эттән дә

Һис тә ҡурҡып тормайҙар.

Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,

Килеп тулды... турғайҙар.

  • Ағас башында бер ҡолой,

Көндөҙ йоҡлай, кис олой (өкө)

  • Түше ап-аҡ, ҡойроғо ҡайсылай. (Ҡарлуғас)
  • Афарин, балалар! Ҡоштарҙы бик яҡшы беләһегеҙ икән. Торнаҡай, беҙҙең балалар көҙ миҙгелен, ҡоштарҙы бик яраталар. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡәҙерле ҡунаҡты үҙебеҙҙең шиғри күстәнәстәребеҙ менән ҡыуандырайыҡ.

Балалар бер-бер артлы сығып шиғыр ятлайҙар.

Торна: Балалар! Хәҙер беҙ бер уйын уйнап алабыҙ. Беҙҙә ҡышлаусы һәм йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙы айырырға өйрәнәбеҙ. Мин һүрәтте күрһәтәм, ә һеҙ ҡоштоң исемен әйтегеҙ һәм мин уларҙы кәрәкле епкә теҙеп барасаҡмын:

  • Йылы яҡҡа осоусы ҡоштар? (ҡарлуғас, сыйырсыҡ, аҡҡош, торна, һандуғас һ.б
  • Ә ниндәй ҡоштар беҙҙә ҡышлайҙар? (турғай, тумыртҡа.ҡарға, сәүкә һ.б.)

Музыкаль уйын: “Ҡоштар оса йылы яҡҡа” (Ҡояш сыҡһа, ҡанаттарын йәйеп осалар, ямғыр яуһа, ышыҡҡа туҡтайҙар)

  • Ой, ямғырҙан һуң әллә күпме бәшмәктәр үҫеп тә сыҡҡан икән. Йәгеҙ әле, малайҙар, бына ошо кәрзиндәргә кем күпме бәшмәк йыйыр икән.
  • Афариндар! Әйҙәгеҙ әле, һеҙ ҙә бәшмәк булып бейеп алығыҙ.

БЕЙЕҮ “Беҙ - бәшмәктәр”

Шул ваҡытта яһалма күл өҫтөндә йөҙөп йөрөгән аҡҡоштар макеты ҡуйыла.

  • Балалар, был ниндәй ҡоштар ул? Эйе, аҡҡоштар. Улар беҙҙең күлдә лә йыш күренәләр. Әле улар ҙа йылы яҡҡа осорға йыйына. Ә хәҙер беҙҙең ҡыҙҙар башҡарыуында матур бейеү ҡарап, аҡҡоштарға һоҡланып алайыҡ.
  • Бейеү “Аҡҡоштар”.

Торна: Ҡыҙҙар-малайҙар! Бик матур йырлайһығыҙ, бейейһегеҙ, уйнап күңел дә аса беләһегеҙ, һеҙҙең менән бик күңелле, тик миңә башҡа ҡоштар янына ашығырға кәрәк, бөгөн беҙ көняҡҡа юл алабыҙ. Һау булығыҙ, яҙ еткәс, тағы ла осрашырбыҙ.

ЙЫР “Һау булығыҙ, ҡоштарым!”

Балалар, беҙҙә ҡышларға ҡалған ҡоштар асыҡмаһын өсөн беҙгә бына ошондай тағараҡтар эшләп ҡуйырға кәрәк. Улар шундағы емде ашап кинәнеҙәр, һеҙгә рәхмәт әйтерҙәр. Килештекме? (бер ус ем һалалар)

Ҡоштарға ашхана астыҡ,
Һалдыҡ бойҙай, көнбағыш.
Аслыҡтан интекмәй ҡышын
Килеп ашаһын һәр ҡош.

  • Беҙҙең ҡоштарға арналған байрамыбыҙ тамам. Ә хәҙер Торна ҡалдырып киткән көҙ күстәнәсе менән һыйланырға саҡырам, балалар.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: aygul1991 (21.02.2017)
Просмотров: 1376 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]